СПОРТ
27 Июля 2023, 07:52

Өфөлә ат сабыштарында 10 миллион һум аҡса уйнатыла

     

Өфөлә ат сабыштарында 10 миллион һум аҡса уйнатылаӨфөлә ат сабыштарында 10 миллион һум аҡса уйнатыла
Өфөлә ат сабыштарында 10 миллион һум аҡса уйнатыла

29 июлдә «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының юбилей миҙгеленең икенсе сирек финалын асыу тантанаһы була. Турнирҙың дөйөм бүләк фонды - 10 миллион һум.

Сараның махсус ҡунаҡтары - башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева, Сан-Франциско музыканты Джеймс Атлас. Тамашасылар өсөн бай күңел асыу программаһы ҡаралған. Мәҫәлән, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сағыу декорациялы тематик фотозона, билдәле ижади коллективтарҙың сығыштары.

0+

фото һәм сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас