

Өфө ҡалаһында бишенсе тапҡыр ойошторолған “Терра-Башҡортостан” республика ат-спорт турнирын асыу тантанаһы һәм ярыштар старт алды.
“Аҡбуҙат” ипподромында үткән ярыштарҙың беренсе этабы 1/8 финалдан башланды. Беренселеккә башҡорт тоҡомло 89 ат уҙышты. Хәйбулла районынан И.М.Тазетдинов һәм Н.И.Күсәрбаев крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан биш ат мәртәбәле ярышҡа сыҡты. “Терра-Башҡортостан-2023” турнирының ярымфиналына дүрт сапҡын ат менән һыбайлылар Айгиз Тазетдинов һәм Илсур Рамаҙанов үтте.
Источник https://vk.com/public220695076