СПОРТ
13 Июль 2023, 10:15

Илдар Моратов көрәш буйынса Донъя кубогында алтын миҙал яуланы!

    

Илдар Моратов көрәш буйынса Донъя кубогында алтын миҙал яуланы!Илдар Моратов көрәш буйынса Донъя кубогында алтын миҙал яуланы!
Илдар Моратов көрәш буйынса Донъя кубогында алтын миҙал яуланы!

Стәрлебаш районы спортсыһы Илдар Моратов Мәскәүҙә үткән билбау көрәше буйынса Донъя кубогында I урынды яуланы.

Республикаға идара итеү үҙәгенән муниципалитет башлығы Рөстәм Рахманғоловҡа һылтанып хәбәр итеүҙәренсә, ул 100 килограмм ауырлыҡ категорияһында иң көслөһө тип танылды. Бынан тыш, Илдар Моратов халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәне.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан спортсыһы Матвей Потаповтың пуля менән атыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яулауын хәбәр иткәйне.

Сығанаҡ:Башинформ. 

Фото:Рөстәм Рахманғоловтың социаль селтәрҙәре.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас