СПОРТ
13 Июль 2023, 10:29

Беҙҙекеләр иң яҡшы команда тип танылды!

Хәйбулла районы йыйылма командаһы футбол буйынса Башҡортостан Республикаһы XXXI Ауыл спорт уйындарының көмөш призеры булды!

Беҙҙекеләр иң яҡшы команда тип танылды!Беҙҙекеләр иң яҡшы команда тип танылды!
Беҙҙекеләр иң яҡшы команда тип танылды!

Финал уйындар Өфө районында үтеп, Башҡортостандың  иң көслө командаһы исеменә  Әбйәлил, Хәйбулла, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Шишмә райондары спортсылары көс һынашты.

Һөҙөмтәлә, Өфө районы командаһы  беренсе, Хәйбулла егеттәре икенсе һәм  Шишмә йыйылма командаһы өсөнсө урынды яуланы. Хәйбулла спортсылары сираттағы тапҡыр үҙҙәренеү республикала иң яҡшы команда булыуҙарын раҫланы.

https://vk.com/stepnye_amury

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас