

15 июлдә 11.00 сәғәттә Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионында “Геройҙар уҙышы”на саҡырабыҙ.
Төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтергә кәрәк булған экстремаль уҙышта 15 команда ҡатнаша. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең көсөн, сыҙамлығын, шулай уҡ команда рухын күрһәтергә тура киләсәк. Командаларҙы 3 саҡрымға тиклем оҙонлоҡтағы трассала төрлө ҡаршылыҡтар, көслө адреналин һәм еңеү сәме, ә тамашасыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе ҡыҙыҡлы сара көтә.
Сарала ҡатнашыусыларға тәмле ризыҡтар әҙерләнгән лавкалар рәттәре һәм аттракциондар ойошторола. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте менән берлектә районда тәүге тапҡыр ойошторолған саранан ситтә ҡалмағыҙ.
Рустам Шарипов