

Был көндө ат сабыштары уҙғарылған ер – Толобай йылғаһы буйҙары һабантуй майҙансығын хәтерләтте, бында төрлө яҡтарҙан халыҡ йыйылды. Күптәре күптән күрешмәгән туған-тумасалары, яҡташтары менән осрашып, туйғансы аралашып, кинәнеп ял итте.
Бына тамашасылар көткән мәл дә килеп етте – арғымаҡтарға атланған һыбайлылар старт һыҙығына сыҡты. Тәүҙә эшсе аттар 3500 метрлыҡ дистанцияла ярышты. Был ярышта Хәйбулла һыйбалыларына етеүселәр булманы. Көсөргәнешле ярышта беренсе булып финишҡа «Орлик» ҡушаматлы атында Владимир Матвеев (Яңы Петровка ауылы) килһә, икенсене «Юрға» ҡушаматлы атта Илсур Рамаҙанов (Иҫәнгилде ауылы) яуланы. Өсөнсө урын Степной ауылынан Айгиз Тазетдиновтың «Азив»ына эләкте.
Артабан башҡорт тоҡомло аттар старт һыҙығына баҫты, улар ҙа шулай уҡ 5250 метрлыҡ араға сабышты. Баймаҡ районынан Егор Кузнецов «Бумер» ҡушаматлы атында финиш һыҙығын беренсе булып үтеп, ышаныслы еңеү яуланы. «Алан» ҡушаматлы атында Айгиз Тазетдинов (Степной ауылы) 2-се урын алһа, өсөнсө урынға «Шатай» ҡушаматлы атында Батыр Үҙәнбаев (Баймаҡ районы) эйә булды.
Бәйгелә стартҡа иң сыҙамлы аттар сыҡты, был аңлашыла ла – уларға 7 саҡрым арала сабышырға кәрәк ине. Һөҙөмтәлә был ярышта «Ҡараҡош» ҡушаматлы атында Айтуған Йәнбәков (Баймаҡ районы) еңеү яуланы. Икенсе булып сая Баймаҡ ҡыҙы Дарья Кузнецованың «Тарзан»ы килде. Өсөнсөлә — «Бабай» ҡушаматлы атында Илсур Рамазанов (Иҫәнгилде ауылы).
Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Аҙаҡ Ылаҡ уйыны ойошторолдо. Халыҡҡа таныштырыу һәм бер рәттән быйыл 11 августа Баймаҡ районында уҙасаҡ "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек рәүешендә үтеүенә ҡарамаҫтан, бик мауыҡтырғыс барҙы. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы һәм район хакимиәте башлығы ярҙамы менән һуңғы йылдарҙа ат спорт йылдам үҫешә башланы. Был әлбиттә башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә лә булышлыҡ итәсәк.