СПОРТ
4 Июль 2023, 16:17

Күреп ҡалығыҙ!

Өфөлә "Ебәк юлы" халыҡ-ара ралли башланыуға иҫәпле генә көндәр ҡалды.

Күреп ҡалығыҙ!Күреп ҡалығыҙ!
Күреп ҡалығыҙ!

Өфөлә "Ебәк юлы" халыҡ-ара ралли башланыуға иҫәпле генә көндәр ҡалды. 7 июлдә уҙышыусылар баш ҡалаға - Салауат Юлаев исемендәге майҙанға йыйыласаҡ.

Сараның тантаналы өлөшө 19.00 сәғәткә билдәләнгән. Тамашасыларҙы бейеү номерҙары, мотофристайлерҙарҙың сығышы, ҡатнашыусылар менән фотосессия һәм башҡа күп төрлө саралар көтә.

Тантаналы үтеү аркаһы Зәки Вәлиди урамы 1-се йорт ҡаршыһындағы автомобиль туҡталҡаһы тирәһендә буласаҡ. Беренсе ҡатнашыусының килеүе урындағы ваҡыт менән яҡынса 20.00 сәғәттә.

Инеү бушлай.

Фото: asmg.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас