

Бөгөн Бүребайҙа “Таусы” физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһы үтте. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә федераль, республика, район бюджеттарынан һәм “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенән бүленгән аҡсаға төҙөлдө. Яңы спорт объектында ауыл халҡына спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған.