СПОРТ
26 Июнь 2023, 17:04

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

"Нур" үҫмерҙәр клубының тренер-уҡытыусыһы Әнүәр Баймөхәмәтов бөгөн "Патриот" лагеры тәрбиәләнеүселәре өсөн яндан уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанғаЙәш мәргәндәр сыҡты майҙанға
Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

"Нур" үҫмерҙәр клубының тренер-уҡытыусыһы Әнүәр Баймөхәмәтов бөгөн "Патриот" лагеры тәрбиәләнеүселәре өсөн уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Теләгән һәр кем янды тартып, сәпкә уҡ ебәрә алды, ә тренер быны дөрөҫ эшләргә өйрәткән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, уҡтан атыу- спорт тарихы ғына түгел, Хәйбулла халҡының мөһим рухи өлөшө лә. Сөнки унда тыуған ерҙәргә һөйөү, халыҡтың сығанаҡтары, йолалары менән яҡындан танышыу теләге бар.

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға
Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға
Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас