

Башҡортостан Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған мини-футбол буйынса төбәк-ара турнирҙа Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан Ырымбур өлкәһенең Новотроицк һәм Ясный ҡалаларынан дүрт команда ҡатнашты. Футбол байрамын ойоштороусы булып Хәйбулла районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса бүлеге сығыш яһаны. Турнир һөҙөмтәләре буйынса Новотроицк ҡалаһы командаһы еңеүсе булды, икенсе урында - Хәйбулла районы командаһы, өсөнсөлә - Ясный ҡалаһы футболсылары. Евгений Джаримбетов (Хәйбулла районы) - турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы, Виталий Ефимов (Новотроицк ҡалаһы) - иң яҡшы ҡапҡасы, Азамат Батисов (Йылайыр районы) - иң яҡшы һаҡсы, Бериг Дусембаев (Ясный ҡалаһы) иң яҡшы һөжүмсе тип танылды. 68 йәшлек Йылайыр районы командаһы футболсыһы Фәрит Фазылов турнирҙа иң өлкән ҡатнашыусы булараҡ махсус призға лайыҡ булды.