СПОРТ
13 Июнь 2023, 15:20

Һарыҡ урынына... автомобиль

100 көрәшсе араһынан абсолют еңеүсе билдәләнде

Һарыҡ урынына... автомобильҺарыҡ урынына... автомобиль
Һарыҡ урынына... автомобиль

Ленин исемендәге майҙанда Өфө хакимиәте кубогына көрәш буйынса асыҡ турнирҙа тотош республиканан 100 көрәшсе араһынан Өфөнән Артур Зөлҡәрнәев абсолют еңеүсе булды. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.

Еңеүсегә һарыҡ һәм төп бүләк - автомобиль тапшырылды. Билбаулы көрәш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев әйтеүенсә, ул төрлө, шул иҫәптән халыҡ-ара ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулаған, әммә автомобилде беренсе тапҡыр отҡан.

 

Фото:Ратмир Мәүлиевтың телеграм-каналы

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас