

Сибайҙа шахмат буйынса “Урал аръяғы гроссмейстеры” төбәк –ара шахмат турниры үтте.
Унда Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Башҡортостандан 110 иң талантлы шахматсы көс һынашты. Турнирҙа беҙҙең район данын Арыҫлан Уразалинов, Батыр Ҡоҙабаев, Рамзан Аралбаев һәм Розалия Килдебаева яҡланы.
Йәш шахматсылар араһында уйын сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә турнирҙа Батыр Ҡоҙабаев беренсе урынды яуланы. Уға кубок һәм аҡсалата приз тапшырылды.
Сығанаҡ: https://vk.com/haibroo