

Башҡортостан Республикаһы хәрби-патриотик клубтарының 200 тәрбиәләнеүсеһе бөтә Рәсәй күләмендәге спорт ярыштарында ҡатнашты. Ярыш махсус подразделениелар яугирҙарын әҙерләү өсөн һынауҙар нигеҙендә ойошторолған. Хәйбулла районынан экстремаль бәйгеләрҙә Өфө ауылы мәктәбенең "Егеттәр" хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Улар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын һәм хәрби характерын күрһәтте һәм бик күп тәьҫораттар алды. Афарин!