

Башҡортостанға Рәсәйҙең ҡатнаш алыш төрҙәре союзы президенты, Рәсәйҙең спорт министры кәңәшсеһе, ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Фёдор Емельяненко килде. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, билдәле көрәшсе 18-20 йәшлек юниорҙар араһында Рәсәй беренселеген асыу сараһына һәм 18-20 йәшлек үҫмерҙәр араһында рәсми булмаған Бөтә Рәсәй ярыштарына саҡырылған. Турнир Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған.
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Емельяненко тураһында «көслө, изге күңелле — ысын рус бәһлеүәне» тип яҙҙы.
«Бергәләп балалар спортын үҫтереү, ҡатнаш көрәш буйынса тренерҙар әҙерләү, оҫталыҡ дәрестәре һәм балалар менән осрашыуҙар үткәреү тураһында һөйләшеп килештек. Фёдорҙы киләһе йылда Көрәш һарайын асыу тантанаһына ла саҡырҙым, — тип һөйләне Радий Хәбиров. — Фёдор һәр саҡ һоҡланыу уята. Ҡаты спорт төрө менән шөғөлләнһә лә, ул һәр ваҡыт ярышташтарына ҡарата мәрхәмәтлек һәм ихтирам күрһәтеп, ысын ир-егет, хатта джентльмен булып ҡала. Тап ошондай легендар спортсылар ир-егеттәрҙең иң яҡшы сифаттарын балаларыбыҙға тапшырырға тейеш».
сығанаҡ:"Башинформ"