

«Дала амурҙары» спорт клубы Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың иҫтәлегенә арналған әрме ҡул һуғышы буйынса төбәк-ара турнирға саҡыра. Турнир 6 майҙа Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә үтә. Иң яҡшылары исеменә Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан, Магнитогорск, Новотроицк, Орск, Ясный ҡалаларынан 70-тән ашыу спортсы көс һынашасаҡ. Турнир 10:00 сәғәттә башлана.
6+