

Башҡортостан боксёры Азалия Әминева Каракаста халыҡ-ара Боливариан уйындарында финалға сыҡты. Бөгөн бокс буйынса чемпион Венесуэланан Юлианна Альварес менән көрәшергә тейеш. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Рәсәйҙең Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Боксёр ярыштары Ла-Гуайра ҡалаһындағы «Ла Пас» спорт майҙансығында ойошторола. Финалға илебеҙҙең туғыҙ спортсыһы сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Венесуэлала 21-29 апрелдә V Боливариан уйындары үткәрелә. Уларҙа Боливия, Венесуэла, Куба, Никарагуа, Доминика, Антигуа һәм Барбуда, Сент-Винсент һәм Гренадины, Сент-Люсия, Гренада, Сент-Китс һәм Невис спортсылары, шулай уҡ Рәсәйҙең йыйылма командаһы ҡатнаша.