СПОРТ
15 Апрель 2023, 07:30

Ирекмән булырға теләйһегеҙме?

Ҙур сарала ирекмән булараҡ ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

Ирекмән булырға теләйһегеҙме?Ирекмән булырға теләйһегеҙме?
Ирекмән булырға теләйһегеҙме?

Беренсе тапҡыр Өфөлә сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындары үткәрелә.

Был – сағыу халыҡ-ара спорт сараһы. Уның республикабыҙҙа үткәрелеүе – үҙе ҙур мәртәбә. 23 июлдә – 2 августа, туғыҙ көн буйына, Рәсәй һәм дуҫ илдәр спортсылары һаңғырауҙар спортының 21 дисциплинаһында миҙалдар өсөн көс алышасаҡ.

Был ҙур спорт сараһын лайыҡлы үткәреү механизмын күп нәмәләр тәшкил итә. Уларҙың береһе – ирекмәндәр яҙамы. Уйындарҙы үткәреү өсөн ирекмәндәрҙе әҙерләү мөһим.

Унда ҡатнашыусыларҙың береһе – Шевнина Ольга Вячеславовна. Ул – Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһенеәң беренсе ҡатын-ҡыҙ рәйесе, Рәсәйҙең хоккей буйынса атҡаҙанған тренеры Вячеслав Шевниндың ҡыҙы. Уның командаһы ярыштарҙы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.

Түбәндәге платформала сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындарында ирекмән булып теркәлергә мөмкин:

Добро.ру: https://dobro.ru/event/10314495

Фото: freepng.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас