СПОРТ
13 Апрель 2023, 16:02

Кескәй спортсылар рәхәтләнеп ярышты

Спартакиадала райондың 9 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты

Кескәй спортсылар рәхәтләнеп ярыштыКескәй спортсылар рәхәтләнеп ярышты
Кескәй спортсылар рәхәтләнеп ярышты

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәләнеүселәр араһында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау көнөнә арналған муниципаль “Спартакиада-2023” үтте.

Ярыштарҙа райондың 9 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларынан 9 команда ҡатнашты. Дүрт эстафета бер тынала үтте: дуҫтарса, күңелле һәм яуаплы. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһынан йәш спортсылары яуланы, икенсе урында - Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы командаһы һәм өсөнсөлә - Бүребай ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Башҡа командалар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Муниципаль Спартакиадала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла грамоталар, дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Бәләкәстәр бик күп ыңғай тәьҫораттар алды, аралашыуға ҡыуанды һәм уңышһыҙлыҡҡа осраған хәлдә лә бер-береһенә йылмайырға тырышты. Спартакиада ысын мәғәнәһендә сәләмәт йәшәү рәүеше һәм шәхси рекордтар тантанаһына әүерелде.

 

 

Кескәй спортсылар рәхәтләнеп ярышты
Кескәй спортсылар рәхәтләнеп ярышты
Кескәй спортсылар рәхәтләнеп ярышты
Кескәй спортсылар рәхәтләнеп ярышты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас