

Аҡъярҙа спорт, әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше һөйөүселәрҙе йәлеп итәсәк яңы үҙәк ГТО комплексын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирәсәк.
Бында гимнастика ҡорамалдары, төрлө турниктар, урам тренажерҙары һәм ГТО нормаларын үтәү өсөн башҡа кәрәкле ҡорамалдар ҡуйыу күҙаллана.
Объект федераль һәм район бюджеттары средстволарын йәлеп итеп, «Демография» милли проектының «Спорт – йәшәү нормаһы» проекты сиктәрендә финанслана. Подрядсы Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә спорт-технология ҡорамалдарын урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән 23х12 метр ҙурлығындағы майҙансыҡ нигеҙен әҙерләү буйынса эштәр алып бара башлаған.
Район халҡы бындай объекттың төҙөлөүенә бик шат булыр. Улар майҙансыҡта спорт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ГТО нормаларын тапшырыу мөмкинлеге лә аласаҡ.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан