

Аҡъяр ауылының спорт мәктәбе шат тауыштарға күмелде – бында оло йәштәгеләр ГТО нормативтарын дәррәү тапшырҙы. Ысын мәғәнәһендә Йәнле аралашыу һәм спорт байрамына әүрелгән сара «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә уҙғарылды, унда райондың төрлө ауылдарынан 55 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкәнерәк ир-уҙамандар йыйылды.
Ҡатнашыусылар ГТО сайтында теркәлгәндән һуң сафҡа теҙелеп, мәртәбәле сараны асыу тантанаһында ҡатнашты. Уларҙы район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Рөстәм Йәрмөхәмәтов, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, судьялар Нургиз Бохарбаев һәм Әлфир Байғотлин сәләмләп, нормативтар тапшырыуҙа уңыштар теләне. Күмәкләшеп разминка яһап, тән яҙҙырып алғандан һуң, төп күнекмәләр тапшырыу өсөн төрлө майҙансыҡтарға юлландылар.