

24 мартта Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яугир-интернационалист Р.Х. Ҡолһарин иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир үтте. Хәйбулла көрәшселәре ошо традицион төбәк-ара турнирҙа лайыҡлы сығыш яһаны!
90 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияла - 1-се урынды Ирек Күсәков, ә 3-сө урынды Динар Собханғолов яуланы.
60 килограмға тиклемге категорияла 1-се урынды Илгиз Бохарбаев яуланы.
70 килограмға тиклемге категорияла 2-се урынды Шәйнур Баймырҙин яуланы.
90 килограмға тиклемге категорияла 2-се урынды Азамат Ҡадаев, ә 3-сө урынға Рәмзил Юлдашбаев күтәрелде.
Көрәшселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабанғы турнирҙарҙа уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!