Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
11 Март 2023, 08:26

Бәләкәстәр саңғыла уҙышты

Стартҡа Хәйбулла районының 6 балалар баҡсаһынан 26 кескәй саңғысы сыҡты.

Бәләкәстәр саңғыла уҙышты
Бәләкәстәр саңғыла уҙышты

«Рәсәйҙең саңғы юлы - 2023» Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышы сиктәрендә мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәләнеүселәр араһында саңғы уҙышы буйынса ярыштар үтте.

Стартҡа райондың 6 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан 26 кескәй саңғысы сыҡты. Бик матур һауа торошо яҡшы кәйеф булдырҙы, ә ата-әсәләрҙең, инструкторҙарҙың һәм көйәрмәндәрҙең ҡеүәтләүе балаларға улар өсөн ҡатмарлы 500 метр арауыҡты үтергә ярҙам итте. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа финишҡа килеп етте. Бәләкәс саңғысыларҙы ҡотлайбыҙ, ә еңеүселәрҙе беренсе пьедестал менән!

Малайҙар араһында:

1-се урын - Әмир Иҫәнгилдин (Аҡъяр ауылының «Бәпембә» балалар баҡсаһы)

2-се урын - Нәзир Хөсәйенов (Бүребай ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы)

3-сө урын - Илнар Сәйетов (Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы)

Ҡыҙҙар араһында:

1-се урын - Айлина Юланова (Аҡъяр ауылының «Бәпембә» балалар баҡсаһы)

2-се урын - Гөлдәниә Юлдашбаева (Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы)

3-сө урын - Милана Усманова (Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» 3-сө балалар баҡсаһы).

Бәләкәстәр саңғыла уҙышты
Бәләкәстәр саңғыла уҙышты
Бәләкәстәр саңғыла уҙышты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: