Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
9 Март 2023, 21:10

Эдуард Латипов йәнә еңеү яуланы!

  

Эдуард Латипов йәнә еңеү яуланы!
Эдуард Латипов йәнә еңеү яуланы!

Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов ошо көндәрҙә Төмәндә барған Берҙәмлек кубогының һуңғы этабында спринт ярышында еңеүсе булды.

Эдуард 10 саҡрым арауыҡты 24 минут 47,1 секунд эсендә үтте, бер тапҡыр ҙа яҙа атманы. Икенсе урында — Новосибирск өлкәһе вәкиле Даниил Серохвостов, өсөнсөлә  — Санкт-Петербург спортсыһы Василий Томшин.

Ир-егеттәр араһында киләһе уҙыш 11 мартта үтә. Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә спортсылар эҙәрлекләү ярыштарына сыға.

Төмәндә Берҙәмлек кубогының алтынсы этабы 12 мартта тамамлана.

 

Фото:Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: