Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Март 2023, 12:08

Хоккей уйнанылар

Әбүбәкерҙә бик күңелле сара - быймалы хоккей турниры үтте.

Хоккей уйнанылар
Хоккей уйнанылар

"Бөгөн ауыл халҡы араһында бик күңелле сара - быймалы хоккей турниры үтте"- тип хәбәр итә әбүбәкерҙәр.
"Әйткәндәй, быймаларҙың иң якшылары - беҙҙең ауылдаштарҙа. Сөнки райондағы берҙән бер быйма етештереүсе оҫта - Ильяс Ҡәйепов беҙҙең ауылда йәшәй. Сәкәндәрҙе лә ауылыбыҙҙың оҫталары боронғоса ботаҡтарҙан үҙҙәре эшләп алғандар.
Шәп быймаларҙа елле сәкәндәр менән
саф һауалағы уйын бик күңелле үтте. Берәүҙәр сәмләнеп ярышҡан арала, икенселәр ҡыҙыҡһынып уларҙы күҙәтеп, урамда эҫе, хуш еҫле сәй менән һыйланды.
Бөтә ярышсылар ҙа ни тиклем генә тырышһалар ҙа, йәшлек йәшлеген итте- "Шайморатов генерал" йәштәр командаһы 1-се урын алды. Ә "С. Юлаев" аҡһаҡалдар командаһы, әҙерәк ҡалышып икенсе, "Бөркөт" балалар командаһы 3-сө урынға сыкты. Үҙенсәлекле ярышта ауылдың гүзәл заттары ла көс һынашып, "Йәшлек" һәм "Бүләк" ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында дуҫлыҡ еңде.
Бер нисә быуын вәкилдәрен берләштергән сара, һис шикһеҙ, үҙ маҡсатына иреште.
Дәртләнеп, кинәнеп аралашып таралды ауыл халҡы күңелле һәм файҙалы саранан".
Афарин, ауыл халҡына!

 

Сығанаҡ: Администрация Хайбуллинского района

Автор:
Читайте нас: