Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
26 Февраль 2023, 18:11

Хәйбулла егеттәре һынатманы!

Һаҡмар буйлап өс көнлөк тур йомғаҡтары буйынса Хәйбулла йәштәре 3-сө урын яуланы. Афарин!

Хәйбулла егеттәре һынатманы!
Хәйбулла егеттәре һынатманы!

24-26 февралдә  Йылайыр районында «Яманташ» экстрим турында республиканың төрлө райондарынан 5 команда ҡатнашырға һәм үҙҙәрен сыҙамлыҡҡа һынап ҡараны. 15 минут арауыҡ менән ҡатнашыусылар Һаҡмар йылғаһы буйлап юлға сыҡты. Командаларға 10 саҡрымдан ашыу юл үтергә кәрәк. Көрттәрҙе ярыу, етмәһә һәр береһе үҙендә 50 килограмға яҡын йөк йөрөтә - был ауырлыҡтар уларға экстремаль шарттарҙа кәрәк буласаҡ. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа оҙайлы һәм ауыр юлға әҙерләнгән ине.

Бөгөн «Яманташ» экстрим туры тамамланды. Һөҙөмтәлә Һаҡмар буйлап өс көнлөк тур йомғаҡтары буйынса Хәйбулла егеттәре 3-сө урын яуланы. Афарин!

Хәйбулла егеттәре һынатманы!
Хәйбулла егеттәре һынатманы!
Хәйбулла егеттәре һынатманы!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: