Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
25 Февраль 2023, 13:05

Йәнтештәр батыр ауылдашын иҫкә алдылар

Ватанды һаҡлаусылар көгө уңайынан, Йәнтеш ауылында Чечен һуғышында һәләк булған, үлгәндән һуң "Ҡаһарманлыҡ" ордены менән бүләкләнгән Ирек Ҡадаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте.

Йәнтештәр батыр ауылдашын иҫкә алдылар
Йәнтештәр батыр ауылдашын иҫкә алдылар

Ватанды һаҡлаусылар көгө уңайынан, Йәнтеш ауылында Чечен һуғышында һәләк булған, үлгәндән һуң "Ҡаһарманлыҡ" ордены менән бүләкләнгән Ирек Ҡадаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте. Ярышта Аҡнаҙар ауылы командаһы 🥇беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Йылайыр районының 🥈Матрай ауылы спортсылары сыҡһа, Йәнтештең йәштәр командаһы 🥉өсөнсө урын алды.
Ирек Абдулхаҡ улының бер туғандары туғандары еңеүсе командаларға әҙерләгән махсус бүләк - күн туптарҙы мәрхүмдең ағаһы Урал Ҡадаев тапшырҙы.

Йәнтештәр батыр ауылдашын иҫкә алдылар
Йәнтештәр батыр ауылдашын иҫкә алдылар
Йәнтештәр батыр ауылдашын иҫкә алдылар
Йәнтештәр батыр ауылдашын иҫкә алдылар
Автор:Йәнтеш мәҙәниәт йорто
Читайте нас: