Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
24 Февраль 2023, 22:03

Денис Тлявҡабулов иҫтәлегенә арналды

Районда мини-футбол буйынса тәүге төбәк-ара турнир үтте

Денис Тлявҡабулов иҫтәлегенә арналды
Денис Тлявҡабулов иҫтәлегенә арналды

Аҡъяр, Әбйәлил районы, Белорет ҡалаһы, Ырымбур өлкәһенең Гай, Новоорск, Орск ҡалаларынан командалар спорт майҙанына сыҡты.

Көн дауамында сәмле, көсөргәнешле барған ярышта беренсе урынды Белорет ҡалаһы спортсылары алды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Гай һәм Орск ҡалалары командалары яуланы.

--Ярымфиналда Белорет һәм Орск ҡалалары, Әбйәлил һәм Гай ҡалаһы командалары  уйнаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәйбулла спортсылары ярымфиналға үтә алманы.  Турнирҙа бик көслө командалар ярышты, уйын көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. Районда төбәк-ара кимәлдәге турнир тәүге тапҡыр үтте,  призлы урындар өсөн дә көрәш ҡыҙыу булды,--тине ярыштың баш судьяһы Азамат Ишемғолов.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: