Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Февраль 2023, 13:18

Атайҙар ҙа, балалар ҙа ярышты

Һамар ауылы мәктәбендә атайҙар һәм уҡыусылар өсөн күңелле ярыштар ойошторолдо. Атайҙар балаларына ҡарағанда ла күберәк еңеүҙәргә ихлас шатланды. Ә балалар атай һөйөүе һәм хәстәренә ҡыуанды.  Сара дуҫтарса, күңелле мөхиттә үтте, атайҙар ҙа, малайҙар ҙа бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашты. 

Атайҙар ҙа, балалар ҙа ярышты
Атайҙар ҙа, балалар ҙа ярышты

Һамар ауылы мәктәбендә атайҙар һәм уҡыусылар өсөн "Атайым һәм мин - тоғро дуҫтар" тип аталған сара үтте. Ир-егеттәрҙең төп байрамы алдынан башланғыс класс уҡытыусылары атайҙар һәм 1-4-се класс малайҙары өсөн байрам сараһы әҙерләгәйне. Сара дуҫтарса, күңелле мөхиттә үтте, атайҙар ҙа, малайҙар ҙа конкурстарҙа ихлас ҡатнашты. Уҡыусылар шулай уҡ атайҙары өсөн ҡотлауҙар, йырҙар, шиғырҙар әҙерләгән. Афарин!

 

Атайҙар ҙа, балалар ҙа ярышты
Атайҙар ҙа, балалар ҙа ярышты
Атайҙар ҙа, балалар ҙа ярышты
Атайҙар ҙа, балалар ҙа ярышты
Атайҙар ҙа, балалар ҙа ярышты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: