Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Февраль 2023, 11:04

Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты

"Йәш Ватанды һаҡлаусылар" квест-уйынында балалар 9 командаға бүленеп, төрлө һынауҙар аша үтте

Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты
Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты

Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда берекмәләр тәрбиәләнеүселәре өсөн "Йәш Ватанды һаҡлаусылар" квест-уйыны үтте. Балалар командаларға бүленеп, төрлө һынауҙар үтте. Бөтәһе 9 команда булды. Бер һынау – капитандар, ә ҡалғандары командалар өсөн булды. Һөҙөмтәлә "Кристалл" командаһы иң етеҙҙәр тип табылды, икенсе урында - "Шпроттар", "Пуля" командалары, ә почетлы өсөнсөлә - "Бөркөттәр", "Беҙ кадеттар" һәм "Төньяҡ амурҙары" командалары. Ярыштарҙан тыш, балаларҙы самауырҙан тәмле һәм хуш еҫле сәй көтә ине. Балалар ваҡытты күңелле үткәрҙе: күңелле уйындар уйнап, тәмлекәстәр менән һыйланды һәм ыңғай хис-тойғолар алды!

 

Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты
Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты
Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты
Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты
Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты
Аҡъярҙа буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар ярышты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: