Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Февраль 2023, 15:31

Хәйбулланың йәш футболсылары еңеү яуланы!

   

Хәйбулланың йәш футболсылары еңеү яуланы!
Хәйбулланың йәш футболсылары еңеү яуланы!

Республика уҡыусыларының 25-се Спартакиадаһы иҫәбенә 2009-2010 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында мини-футбол буйынса ярыштарҙың өсөнсө этабы тамамланды. Ике көн рәттән Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында командалар еңеү өсөн көрәште. Финалға тиклем уйындар мауыҡтырғыс булды. Егеттәр командалары араһында һөҙөмтәләр:

1-се урын - Хәйбулла районы;

2-се урын - Ейәнсура районы;

3-сө урын - Бөрйән районы.

Ҡыҙҙар араһында һөҙөмтәләр:

1-се урын - Хәйбулла районы;

2-се урын - Әбйәлил районы;

3-сө урын - Бөрйән районы.

Дөйөм алғанда ярыштар күңелле һәм дәртле үтте. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа командала эшләй белеүҙәрен күрһәтте. Афарин!!!

Хәйбулланың йәш футболсылары еңеү яуланы!
Хәйбулланың йәш футболсылары еңеү яуланы!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: