

17-20 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған 2005-2006, 2007-2008 йылдарҙа тыуған егеттәр араһында көрәш буйынса республика беренселеге үтте. Ярыштарға республиканың иң көслө 345 көрәшсеһе йыйылды. Дөйөм алғанда 32 команда ҡатнашты. Көрәшселәребеҙ үҙҙәренең көсөн күрһәтеп, призерҙар иҫәбенә инде. Һөҙөмтәлә Данил Тулебаев - 1-се урын, ә Рәшит Ҡолсонбаев үҙенең ауырлыҡ категорияларында 2-се урын алды. Ҡотлайбыҙ!