СПОРТ
17 Февраля 2023, 14:12

Башҡортостан биатлонсыһы спринт ярышында «алтын» яуланы!

    

Башҡортостан биатлонсыһы спринт ярышында «алтын» яуланы!Башҡортостан биатлонсыһы спринт ярышында «алтын» яуланы!
Башҡортостан биатлонсыһы спринт ярышында «алтын» яуланы!

Башҡортостан спортсыһы Эдуард Латипов Пермь крайының Чайковский ҡалаһында барған биатлон буйынса Рәсәй кубогының финал этабында спринт еңеүсеһе булды. Ул 10 саҡрым арауыҡты, бер тапҡыр ғына яҙа атып, 23 минут 57,2 секунд эсендә үтте.

Көмөш миҙалды Новосибирск өлкәһенән Даниил Серохвостов яуланы. Өсөнсөлә  Удмуртия вәкиле Илназ Мөхәмәтйәнов.

 

фото һәм мәғлүмәт:"Башинформ"

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас