СПОРТ
16 Февраль 2023, 07:01

"Бөтә ауыл менән ГТО тапшырырға!"

Ғәлиәхмәттәр ГТО нормативтарын тапшырҙы.

"Бөтә ауыл менән ГТО тапшырырға!""Бөтә ауыл менән ГТО тапшырырға!"
"Бөтә ауыл менән ГТО тапшырырға!"

Кисә Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбе спортзалы төрлө йәштәге кешеләр менән тулы булды. 7 йәштән алып, 73 йәшкә тиклем 60-тан ашыу кеше ГТО нормативтарын тапшырҙы.
Ир-егеттәр өс дисциплинала үҙҙәрен һынап ҡараны: турникта күтәрелеү, отжимание һәм оҙонлоҡҡа һикереү. Ҡатын-ҡыҙҙар ике дисциплина үткәне: оҙонлоҡҡа һикереү һәм отжимание.

Күптәр үҙ йәшенә ҡарата нормативтарҙы бик яҡшы үтәнеләр. Афарин, тейергә генә ҡала ауылдаштарға!

Әбүбәкерҙәр башлап ебәргән бөтә ауыл менән ГТО нормативтарын тапшырыу эстафетаһын беҙҙең ауыл биләмәһе лайыҡлы үткәреп, артабан Яңы Ергән ауыл биләмәһенә тапшырҙы.

Барлыҡ ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ!
Сәләмәт тормош - ныҡлы һаулыҡ һәм рух!

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте.

Автор:
Читайте нас