СПОРТ
14 Февраль 2023, 11:46

Таусылар ҙа спорт ярата

“Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә кем иң мәргәне, иң көслөһө?

Таусылар ҙа спорт яратаТаусылар ҙа спорт ярата
Таусылар ҙа спорт ярата

Пневматик винтовканан атыу, ергә ятып, кәүҙәне күтәреү, гер күтәреү—ярыштар ошо өс спорт төрө буйынса барҙы. Сәпкә атыуҙа Дим Дәүләтшин (контроль һәм режим бүлеге) 35 мәрәй йыйып, мәргән атыусы тип танылды. Икенсе урынды Сергей Просвирнов (автотранспорт цехы) һәм Фәнис Рамаҙанов (геолог-маркшейдер хеҙмәте) яуланы. Илсур Сабитов (автотранспорт цехы) өсөнсө урынға сыҡты.

Турникта күтәрелеүҙә Азамат Ураҡовҡа (геолог-маркшейдер хеҙмәте) етеүсе булманы. Унан бер аҙға ҡалышып, Айрат Муллагилдин (үҙәк химик лаборатория) һәм Ғәзизйән Байсыуаҡов (матди-техник тәьмин итеү бүлеге) икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урында—Илгиз Заманов (байыҡтырыу фабрикаһы).

Гер күтәреүҙә иң көслөләр тип Талип Ҡотлоғәлләмов (байыҡтырыу фабрикаһы), Илфат Мостафин (матди-техник тәьмин итеү бүлеге), Данил Дилмөхәмәтов (Юбилей ер аҫты руднигы) танылды.

#Башмедь #УГМК

https://vk.com/club161066187?w=wall-161066187_1115

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас