

"Дзюдо наркотиктарға ҡаршы" девизы аҫтында Аҡъярҙа дзюдо буйынса төбәк-ара шәхси беренселеккә традицияға әүерелгән ярыштар үтте. Көрәш майҙанында -- Ырымбур өлкәһе һәм Хәйбулла районынан 60-тан ашыу дзюдоист. Спортсылар йылдар дауамында күнекмәләрҙә алған барлыҡ тәжрибәһен, спорт алымдарын ҡулланып, еңеүгә ынтылды. Көрәш барышын судья һәм тренерҙар баһаланы. Ата-әсәләр һәм көйәрмәндәр спортсыларҙы ҡеүәтләне.
Эйе, һуңғы йылдарҙа дзюдо менән күп балалар ҡыҙыҡһына һәм шөғөлләнә. Ата-әсәләр ҙә балаларын сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, үҙ-үҙен яҡлау өсөн спорт алымдарына өйрәтеү, ихтияр көсөн нығытыу өсөн занятиеларға ихлас йөрөтә. Был турнир ҙа йәштәргә спорт юлын асыу, яңы еңеү үрҙәре яулау, алама ғәҙәттәрҙе инҡар итеү өсөн бик яҡшы сара.
.