

Өлкәнәйә төшкәс әүҙемлектең кәмеүе үҙен һиҙҙергән. Хәрәкәт – бәрәкәт кенә түгел, иң беренсе сәләмәтлек тә икәнен яҡшы аңлаған Әхмәтйән Искужин, скандинавса йөрөү тотош организм өсөн файҙалы икәнлеген белгәс, биш йыл элек ошо йөрөштө практикалай башлаған.
Ҡайһы ваҡыт саңғы таяҡтарын саңғыһыҙ ғына тотоп йөрөүҙе сәйер күрһәләр ҙә, йөьрәт итеп, киске урам буйлап йөрөргә сыға. Берәүҙәр аптырап ҡараһа,икенселәр хуплап ебәргән.
Йәй көнө ауылда эш етерлек. Баҡса булһынмы, ҡош-ҡорт үҫтереүме – күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Ә бына көҙ етеп, эштәр теүәлләнгәс, төндәр оҙонайғас, буш ваҡыт арта, ә әүҙемлек кәмей төшә. Ошо осорҙа ул ҡулына скандинав таяҡтарын алып, урамға сыға.
Быйыл, саңғыға күбҽрәк өҫтөнлөк бирә башланы. Көндә йөрөргә тырыша. Сөнки хәрәкәтләнеп, көн дә бер сәғәт тирәһе йөрөп ҡайтыу тотош организмға ыңғай тәьҫир итә. Тын алыш иркенәйә, быуындар һыҙламай.
Әлегәсә, һаулығына битараф булмағандар, Әхмәтйән Исҡужин кеүек ҡулына скандинав таяҡтар алып йәки ҡыш көнө саңғыла, саф һауаға сыҡһындар ине. Һәр кемдең сәләмәтлеге үҙе ҡулында!
Сығанаҡ һәм фото: Йәнтеш мәҙәниәт йорто.