

Спорт һәм сәләмәтлек сараһында ауылдың олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашҡан. Эстафетаны ауыл халҡы артабан Ғәлиәхмәт ауылы халҡына тапшырған. Билдәле булыуынса, был файҙалы башланғысты "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Әбүбәкер ауылы халҡы башлап ебәргәйне. Ойоштороусылар ниәтләүенсә, йыл дауамында эстафета райондың бөтә ауылдарын да урап сығырға тейеш.