

Бигерәк тә хәтерҙең яҡшы булыуын, ҙур иғтибар талап иткән логик уйындар ул шашка менән шахмат. Сәғәттәр буйы шаҡмаҡлы таҡтаға текләп ултырған гроссмейстерҙар 20 шәр йөрөшкә тиклем алдан уйлайҙар, тип әйтәләр бит. Бушҡа ғына был уйынды зирәктәр уйыны тимәйҙәр инде.
28 ғинуарҙа Сәғит ауылының мәктәп бинаһында шашка һәм шахмат буйынса ярыштар ойошторолдо. Күрше Мәмбәт ауылынан сатрашсыларҙың килеүе лә ҡыуаныслы булды. Һөҙөмтәлә Мәмбәт егеттәре еңеү менән яуланылар. Афарин!