

Көн һыуыҡ тип тормай, Бәләкәй Арыҫланғол ауылына бихисап саңғы спорты һөйөүселәре йыйылды. Бөгөн күптән инде традицияға ғына түгел, ә ысын ҡышҡы спорт байрамына әүерелгән Хәйбулла районы хакимиәте башлығы призына саңғы ярыштары үтте.
Стартҡа 120-гә яҡын кеше баҫты - улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар ине. Саңғысылар Таҙтүбә тауының битләүенә лә менеп төштөләр. Иң оло ҡатнашыусы – Һаҡмар-Наҙарғол ауылынан 72 йәшлек Шәрифулла ағай Шәрипов саңғы ярышында йәштәрҙән ҡалмай ярышып, үҙ йәш категорияһында еңеү яулауға өлгәште. Ә Атингәндән 4 йәшлек Батыр Юнысов иһә - бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы, ул да бөгөн ата-әсәһе һәм ағаһы менән бергә саңғыға баҫты. Әйтергә кәрәк, ярышта көйәрмәндәр ҙә күп булды. Вәзәмдәр саңғысыларҙы дәррәү генә ҡеүәтләп торҙо, уларҙы ихлас ҡаршы алып, йылы сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланы.
Рәсәй Президента Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, Хәйбулла районында физик культура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыла, күмәк спорт үҫтерелә. Физик культураны һәм әүҙем тормошто популярлаштырыу һөҙөмтәһендә спорт менән даими шөғөлләнгәндәр һаны йылдан-йыл арта.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан