

"Балыҡсылар байрамы" икәнен белгәндәй көн шундай ҡояшлы, йылы, матур. Бына боҙ уйғыстарын, ҡармаҡтарын алған балыҡсылар, алдан һөйләшеп килешелгән урын - "Күгәрсен ташына" йыйылдылар.
Балыҡсылыҡ, йылғыр балыҡты алдаштырып, үҙ ҡармағына эләктереү һәләте генә түгел, ә башҡа балыҡсылар менән түҙемлелек тә, таҫыллыҡта һәм өлгөрлөктэ көс һынашыу ҙа булып тора.
"Йылы көндә кем балыҡ тотмай, балыҡсы булһаң, һыуыҡта ла тотоп ҡара"тип бер - береһен мәрәкәләшеп алалар балыҡсы ағайҙар.
Бына боҙ тишеп, ярыш башланды. Байрам булаһын ишетеп, Орск ҡалаһынан, Аҡъяр, Бүребай ауылдарынан килеп еткәндәр. Бына ярыш ҡыҙғандан - ҡыҙа бара. "Иң күп балыҡ тотоусы" исемен ауылдашыбыҙ, балыҡсы, Орск ҡалаһында йәшәп, ҡунаҡҡа ҡайтҡан, Дарик Мөхәмәтйәров яуланы. Ауылыбыҙҙың " Иң оҫта балыҡ тотоусыһы" тип Вәлишә Әхмәров билдәләнде. "Оло йәштәге балыҡсылар" тип Вәлиулла һәм Гәрәй Торомтаевтар, "Балыҡ ҡармаҡлау осталары"исеменә Раят Дәүләтбаев, Ғәҙелйән Дәүләтбирҙин, Ғәлийән Айҙашевтарга тиңләшеүсе табылманы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Дилә Дәүләтбаева һәм Земфира Айҙашева үҙ даланлыҡтарын һынап ҡаранылар. Аҙаҡ тотҡан балыҡтан, Хәлил Вәлиев тәмле балыҡ һурпаһы бешерҙе, тәмле үлән сәйе эсеп, үҙҙәренә тәғәйен бүләк алып, күңелдәре булып, саф һауа һулап, март айында балыҡ күберәк һәм тиҙерәк ҡаба тип, тағы ла "Балыҡсылар байрамы" үткәрергә килешеп таралыштылар.
Кемдәр ошо байрамды үҙ итеп, алыҫ араларҙы яҡын итеп килгәндәр, байрамда ҡатнашыусыларға, көйәрмәндәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.