СПОРТ
16 Ғинуар 2023, 09:23

Хәйбулла хоккейсылары һынатманы!

    

Хәйбулла хоккейсылары һынатманы!Хәйбулла хоккейсылары һынатманы!
Хәйбулла хоккейсылары һынатманы!

Сибай ҡалаһында Урал аръяғының ауыл командалары араһында тәүге "Серле турнир" асыҡ турниры уҙҙы. Ярыштарҙа Урал аръяғының 6 командаһы ҡатнашты: "Атауҙы", "Асҡар", "Хәлил" (өсөһө лә Әбйәлил районы),  "Тарпан" (Аҡъяр ауылы), "Монасип" (Бөрйән районы) һәм "Атайсал" (Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы). Командалар 2 төркөмгә бүленде, төркөм этабы ике боҙ майҙансығында үтте. Төркөм этабында командабыҙ 1-се урын яуланы.

Финал этабында, 1-се урын өсөн ныҡышмалы уйында "Атауҙы" командаһынан 8:5 иҫәбе менән еңелеп, беҙҙең команда 2-се урынды алды. Турнирҙың "Иң яҡшы ҡапҡасыһы" тип Алмаз Хәбибуллин танылды. Хәйбулла районы командаһына ауыл командалары араһында үтәсәк зональ ярыштарында уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!

 

Хәйбулла хоккейсылары һынатманы!
Хәйбулла хоккейсылары һынатманы!
Хәйбулла хоккейсылары һынатманы!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас