

Бөгөн Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә республика уҡыусыларының 25 Спартакиадаһы иҫәбенә 2008-2009 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса ярыштарҙың муниципаль этабы уҙҙы. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында 20-21 ғинуарҙа үтәсәк зона этабына сығыу һәм призлы урындар өсөн ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары көс һынашты. Уйын йомғаҡтары буйынса Маҡан (егеттәр) һәм Татыр-Үҙәк (ҡыҙҙар) ауылдары мәктәптәре командалары өсөнсө урын алды, Һамар (егеттәр) һәм Өфө (ҡыҙҙар) ауылдары мәктәптәре командаһы икенсе урында. Беренсе урынды һәм районды күрһәтеү хоҡуғын зона этабында Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбенән егеттәр һәм ҡыҙҙар командалары яуланы. Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Уңыштар теләйбеҙ!