СПОРТ
9 Ғинуар 2023, 09:20

Онотмабыҙ һине, Шамил!

Әбүбәкерҙәр хәрби хеҙмәтен үтәгән саҡта, Чечен Республикаһында һәләк булған ауылдаштары Балдыбаев Шамил Хәкимйән улының яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы уҙғарҙы.

Онотмабыҙ һине, Шамил!Онотмабыҙ һине, Шамил!
Онотмабыҙ һине, Шамил!

"Шамил бала саҡтан спортты үҙ итте, шуғалыр микән физкультура дәресен көтөп ала ине. Волейбол, баскетбол уйнарға яратты, төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ тарих, география фәндәрен яратып уҡыны. Ул дәрестәрҙә уҡытыусы һөйләгәнен бүлдермәй тыңлап ултырыр ине. Шамил ярҙамсыл, асыҡ күңелле, эскерһеҙ егет ине. Шуғалыр дуҫтары ла күп булды.
Беҙҙең синыфта 5 ҡыҙ һәм бер генә егетебеҙ булғас, ул һәр ваҡыт беҙҙе ҡарап, яҡлап йөрөттө. Әрме сафына саҡырылғас, Шамилды Сибайҙан оҙатырға шул тиклем дуҫтары күп килде. Поезд ҡуҙғалып киткәс тә, поезд артынан әллә күпме йүгереп барҙылар" - тип үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты Шамилдең синыфташы Әлиә Бохарбаева.
Тыныс йоҡла Шамил! Туғандарың, ауылдаштарың, дуҫтарың һине бер ваҡытта ла онотмаҫ!
Был ярышты ойоштороп бүләктәр менән тәьмин иткән өсөн Балдыбаев Илшат Хәкимйән улына ҙур рәхмәт белдерә ауыл халҡы.
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас