СПОРТ
6 Ғинуар 2023, 07:16

Йәнтештә волейболсылар ярышты

Спортсылар дүрт командаға бүленеп көс һынашты

Йәнтештә волейболсылар ярыштыЙәнтештә волейболсылар ярышты
Йәнтештә волейболсылар ярышты

Бөгөн Йәнтеш мәктәбе спорт залы гөрләп торҙо. "Быуындар бәйләнеше" тип аталған волейбол ярышына ауылдың төрлө йәштәге волейболсылары йыйылды. Уйын бик сәмле барҙы. Барлығы 4 команда ҡатнашты. Ярышты алыҫ Себер яҡтарында йәшәгән Азамат Торомтаев, элекке физкультура уҡытыусыһы Фәтих Көнсыуаҡов ойошторҙо. Азамат Сәйет улының инициативаһын дәррәү күтәреп, спортсылар йыйылды һәм турнир башланып та китте. Яңы йылдың тәүге көндәрендә ошондай шәп сара ойошторолоуы яҡшы күренеш. Артабан да матур традицияға инеп китеп, йыл да ғинуар каникулдарында спортзал гөрләп торһон тип, теләге килә.

Көсөргәнешле уйындарҙың һөҙөмтәһе:
1-се урын (1985-1990 йылғылар)
2-се урын (1990-1997 йылғылар)
3-сө урын (1996-2000 йылғылар) һәм Ветерандар командалары.

Йәнтештә волейболсылар ярышты
Йәнтештә волейболсылар ярышты
Йәнтештә волейболсылар ярышты
Йәнтештә волейболсылар ярышты
Автор:Йәнтеш мәҙәниәт йорто
Читайте нас