

Бөгөн Аҡъярҙа муниципаль район хакимиәте башлығының кубогына хоккей буйынса турнир ойошторолдо. Сәмле матчтар һөҙөмтәләре буйынса командалар араһында призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын - "Тарпан" (Аҡъяр);
2-се урын - "Айыуҙар" (Бүребай);
3-сө урын - "Ветеран" (Аҡъяр).
Турнир йомғаҡтары буйынса иң яҡшы уйынсылар билдәләнде. «Иң яҡшы ҡапҡасы» номинацияһында Егор Мордовин, «Иң яҡшы бомбардир» - Әғләм Юлгилдин, ә «Иң яҡшы һаҡсы» тип Евгений Юнысов танылды. Рөстәм Ғафаров ("Тарпан"), Виктор Редин ("Айыуҙар") һәм Әлфрид Байғусҡаров ("Ветеран") "Автозвук" магазинының махсус бүләктәре менән билдәләнде.