СПОРТ
6 Ғинуар 2023, 10:36

Рәхмәтовтар еңеү яуланы!

   

Рәхмәтовтар еңеү яуланы!Рәхмәтовтар еңеү яуланы!
Рәхмәтовтар еңеү яуланы!

Бөгөн Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында Яңы йыл ғаилә уйындарының муниципаль этабы уҙҙы.  Ярыштарҙа Бүребай, Һамар, Өфө, Подольск, Маҡан, Степной, Аҡъяр ауылдарынан һигеҙ ғаилә ҡатнашты. Ғаилә командалары "Күңелле старттар" күп этаплы уйынында ярышты.

Һөҙөмтәлә, почетлы 3-сө урынды Ильясовтар ғаиләһе (2-се Аҡъяр мәктәбе) алды, Нәсибуллиндар ғаиләһе (Степной мәктәбе) 2-се булды, ә 1-се урынды Рәхмәтовтар ғаиләһе  (1-се Аҡъяр мәктәбе) яуланы!

Рәхмәтовтар район исеменән баш ҡалабыҙ Өфөлә Яңы йыл ғаилә уйындарының финал этабында сығыш яһаясаҡ. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар, бүләктәр һәм татлы приздар тапшырылды. Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ!

Рәхмәтовтар еңеү яуланы!
Рәхмәтовтар еңеү яуланы!
Рәхмәтовтар еңеү яуланы!
Рәхмәтовтар еңеү яуланы!
Рәхмәтовтар еңеү яуланы!
Автор:Гөлназ Ибраһимова, "Беҙ бергә" медиаүҙәге етәксеһе
Читайте нас