СПОРТ
6 Ғинуар 2023, 16:28

Ивановкала төрлө быуын волейболсылары көс һынашты

    

Ивановкала төрлө быуын волейболсылары көс һынаштыИвановкала төрлө быуын волейболсылары көс һынашты
Ивановкала төрлө быуын волейболсылары көс һынашты

Ивановка ауылында Ивановка ауыл биләмәһе башлығы кубогына волейбол буйынса йыл һайын уҙғарылған ярыштар үтте.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, был ярыштар ауыл тарихында иң күләмлеһе булды. Был юлы йәмғеһе 8 команда ҡатнашты, уларҙың барыһы ла Ивановкала тыуып үҫкән һәм шунда йәшәгән -  физкультура уҡытыусыһы  Факил Сәхиулла улы Торомтаевтың тәрбиәләнеүселәре. Уйындар ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Көсөргәнешле уйындарҙа турнирҙа еңеүселәр асыҡланды:

1-се урын - «Класташтар»

2-се урын - «Ветерандар»

3-сө урын - "Студенттар"

4-се урын - "Йәштәр 1"

Башҡа ҡатнашыусыларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманылар, улар ҙа иҫтәлекле бүләктәр алды. Ауыл тормошонда матур күренешкә әйләнгән сара һүнмәһен, һүрелмәһен өсөн урындағы етәкселәрҙең быға иғтибары кәмемәүен теләге килә. 

 

Ивановкала төрлө быуын волейболсылары көс һынашты
Ивановкала төрлө быуын волейболсылары көс һынашты
Ивановкала төрлө быуын волейболсылары көс һынашты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас