СПОРТ
6 Ғинуар 2023, 04:13

Быйыл "Хәйбулла батыры" исемен кемдәр яуланы?

Байғусҡар ауылында көс экстримы буйынса "Хәйбулла батыры" турниры үтте.

Быйыл "Хәйбулла батыры" исемен кемдәр яуланы?Быйыл "Хәйбулла батыры" исемен кемдәр яуланы?
Быйыл "Хәйбулла батыры" исемен кемдәр яуланы?

Байғусҡар ауылында көс экстримы буйынса "Хәйбулла батыры" турниры үтте. Райондың иң көслө батыры исемен яулау өсөн 30-ҙан ашыу ҡатнашыусы йыйылды.

Ярыштар программаһы күп төрлө булды һәм  тәгәрмәсте түңкәреү, бүрәнәне күтәреү, суҡмар ырғытыу, автомобилде күсереү һымаҡ һынауҙарҙы үҙ эсенә алды.

Сәмле ярыштарҙарҙың һөҙөмтәләре буйынса иң көслөләр билдәләнде:

* 10 йәшкә тиклемгеләр араһында - А. Билалов (Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусыһы)

* 14 йәшкә тиклемгеләр араһында - Динислам Сабитов  (1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы)

* 17 йәшкә тиклемгеләр араһында - Н.Теляев (1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы)

* 33 йәшкә тиклемгеләр араһында - Миңнур Нураев (Аҡъяр ауылының 93-сө янғын һағы хеҙмәткәре)

* "Спорт ветерандары" категорияһында Риф Баймырҙин (Татыр-Үҙәк мәктәбе директоры) беренсе урын алды, ә икенсе урынды ни бары 1 мәрәйгә генә ҡалышҡан Ғирфан Мәмбәтов (1-се Аҡъяр мәктәбе) яуланы! Афарин!!!

 

Быйыл "Хәйбулла батыры" исемен кемдәр яуланы?
Быйыл "Хәйбулла батыры" исемен кемдәр яуланы?
Быйыл "Хәйбулла батыры" исемен кемдәр яуланы?
Быйыл "Хәйбулла батыры" исемен кемдәр яуланы?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас