

Яңы йылдың тәүге көндәрендә Хәйбулла районы ауылдарында Яңы йыл ғаилә уйындарының мәктәп этабы үтте. Был спорт байрамдарында атай, әсә һәм бала ҡатнашҡан. Еңеүсе ғаиләләр муниципаль этапта ярышасаҡ. Ә бөгөн 6 ғинуарҙа, Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә Яңы йыл ғаилә уйындарының район этабы үтә.