СПОРТ
3 Ғинуар 2023, 14:49

Подольскиҙа әүҙем тормош гөрләй

“Күңелле старт” уйынында өс ғаилә ҡатнашты

Подольскиҙа әүҙем тормош гөрләйПодольскиҙа әүҙем тормош гөрләй
Подольскиҙа әүҙем тормош гөрләй

Подольск ауылының боҙ майҙансығында  Яңы йыл ғаилә уйындарының мәктәп этабы үтте. Уйындарҙа өс ғаилә ҡатнашты.

“Күңелле старттар” күп этаплы уйыны эстафета формаһында үтте.  Командалар “Быймаларҙа хоккей уйнау”, “Обруч менән йүгереү”, “Сәкәндәрҙә туп йөрөтөү” кеүек ярыштарҙа көс һынашты.

Һөҙөмтәлә, Янушкиндар ғаиләһе беренсе, Семеновтар икенсе һәм Лязиндар өсөнсө урындарҙы яуланы. Артабан улар муниципаль этапта көс һынашасаҡ.

 

МБОУ СОШ с. Подольск

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас